Башҡортостан юлдарындағы соҡорҙарҙы ямау май башына тиклем тамамланырға тейеш

Төбәктә юл соҡорҙарына дәғүә белдереп мөрәжәғәт итеүселәр һаны артыуға бәйле, ремонт эштәрен тиҙләтеү бурысы ҡуйылды. Һалҡын асфальт түшәү ысулы менән яңыртылған участкаларҙы тәртипкә килтереү мобиль ҡушымтала теркәлә һәм соҡорҙарҙың һанын теүәл билдәләргә булышлыҡ итә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Юл соҡорҙарын ремонтлаусы эшселәр иң тәүҙә соҡорҙоң тәрәнлеген үлсәп,уны шунда уҡ таҙартып ҡуя. Емерек участка төҙөкләндереүгә әҙерләнгәс соҡор зәңгәр яғыулыҡ ярҙамында киптерелеп, унда яңы асфальт-бетон ҡатнашмаһы тултырыла.

Һалҡын асфальт - март айында соҡорҙарҙы ямарға ярҙам иткән берҙән-бер ысул. Көндәр йылынғансы асфальт ҡатламын эҫе ысул менән түшәү мөмкин түгел.

Асфальт-бетон ҡатнашмаһын һалып сыҡҡан юл хеҙмәткәрҙәре башҡарылған эште теркәп, мәғлүмәтте мобиль ҡушымта аша тикшереүселәргә ебәрә. Әйткәндәй, ремонт талап ителгән участканы ла улар программа ярҙамында табып, соҡорҙо ямап ҡуя. Ҡушымтала муниципаль һәм төбәк-ара әһәмиәттәге юлдарҙағы бөтә соҡорҙар ҙа күрһәтелә, уларҙы тәртипкә килтереү буйынса теүәл көндәр билдәләнә.

Ҡар иреп бөтөү менән юлдағы соҡорҙарға дәғүәләр белдереп мөрәжәғәт итеүселәр һаны артҡан. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә төбәктә миҙгелгә бәйле төп эштәрҙең береһе итеп соҡорҙарҙы ямау бурысын ҡуйҙы. Яуаплы ведомство хеҙмәткәрҙәре алдында етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн теүәл сроктар ҙа ҡуйылды - май башына тиклем соҡорҙарҙы ямау тамамланырға тейеш.

Флорида Ким