Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры «Чиновник һөнәрен алыштыра» акцияһында ҡатнашты

Сара хеҙмәт баҙарында һорау менән ҡулланған һөнәрҙәргә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында ойошторолған.

Акция сиктәрендә Айрат Рәхмәтуллин үҙен уҡытыусы ролендә һынаны. Ул Өфөнөң 42-се лицейында белем алған һәм киләсәген медицина менән бәйләргә хыялланған ун беренсе класс уҡыусылары өсөн биология дәресен үткәрҙе. Мәктәптә тәбиғи-ғилми фәндәрҙе тәрән өйрәнеүсе ике медицина класы бар. Уҡыусылар министр үткәргән дәрестә әүҙем ҡатнашты, дәрес аҙағында һорауҙар бирҙе. Айрат Рәзиф улы йәштәрҙең һорауҙарынан, уларҙың белем кимәленән ҡәнәғәт ҡалды.

Буласаҡ медицина университеты студенттарында һөнәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға тырыштым, сөнки медицина өлкәһендә белгестәр етмәй. Уҡыусылар төплө һорауҙары менән ҡыуандырҙы. Әйтергә кәрәк, медицина кластарында уҡыусыларға юғары уҡыу йортона маҡсатлы йүнәлтмәләр биреләсәк.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры

«Етәксе һөнәрен алыштыра» акцияһы республикала 10 йылдан ашыу эшләй. Проект эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу, хеҙмәт баҙарында белгестәргә булған ҡытлыҡты бөтөрөү өсөн ойошторолған. Бөгөн Башҡортостан хеҙмәт баҙарында 42 мең вакансия бар, шуларҙың 70 процентын эшсе һөнәрҙәр тәшкил итә. Йылылыҡ пункттарын хеҙмәтләндереү өсөн 400-ҙән ашыу слесарь һәм слесарь-сантехниктар, урам һепереүсе, ҡыйыҡ ябыусы, балта оҫтаһы, инженерҙар талап ителә. Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән бер кешегә ике вакансия тура килә.

Республика вакансиялар банкында уҡытыусылар өсөн 500-ҙән ашыу вакансия бар. 77 математика уҡытыусыһы, 64 сит телдәр белгестәре, 63 рус теле һәм әҙәбиәте, биология уҡыусылары талап ителә. Шулай уҡ дауахана һәм поликлиникаларға участка терапевттары, педиатрҙар, невролог һәм анестезиологтар талап ителә. Был акция һорау менән ҡулланған һөнәрҙәргә иғтибар йәлеп итергә, мәсьәләне өлөшләтә хәл итергә ярҙам итә.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры