Сираттағы күнекмә Бәләбәй районында ойошторолдо. Уның сиктәрендә йәшел ҡалҡандағы «шартлы» ут асыҡланып, юҡ ителде. Янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Сценарий буйынса бер гектар участканы ут ялмап алған. Шартлы янғын менән көрәшкә Бәләбәй урман хужалығының мобиль командаһы йәлеп ителде. Һәр йылдағыса зональ күнекмә барышында «йәшел ҡалҡан» һаҡсыларының физик әҙерлеге, техниканың төҙөклөгө, йыһаздарҙың теүәллеге ҡарала.
Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре алдында яуаплы бурыс - ут таралыуға юл ҡуймау. Тиҙ арала трактор ярҙамында минералләштерелгән һыҙат булдырыла. Сценарий буйынса, ҡотҡарыусылар һаны ла арттырыла.
Ел көсәйгәндән-көсәйә. Янғын майҙаны бер сәғәт эсендә 26 гектарға тиклем еткән. Шуға күрә өҫтәмә көстәр талап ителә. Сөнки яҡында ғына балалар һауыҡтырыу лагеры урынлашҡан. Уға оло хәүеф янай.
Шартлы янғын менән көрәшкә Әлшәй, Туймазы, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Маҡар урман хужалыҡтарынан мобиль төркөмдәр саҡыртылды. Ҡотҡарыусыларҙың эш тәжрибәһе ҙур. Йәшел ҡалҡандың киләсәге - ышаныслы ҡулдарҙа.
Бәләбәй урмансылығына килгәндә, биләмәлә янғын сығыу осраҡтары һирәк теркәлә. Башлыса кеше факторына бәйле.
Ландшафт янғыны менән көрәштә уңыш нигеҙе - уны тәүге тәүлектә үк һүндереү. Шуға күрә ут сығыу урындарын асыҡлау эше тиҙерәк һәм һөҙөмтәле алып барылырға тейеш. Төбәктең урман хужалығы министрлығы матди-техник базаны нығытыу буйынса һөҙөмтәле эш алып бара.
Зональ уҡыуҙарҙан һуң кәңәшмә лә уҙғарылды. Унда киләһе миҙгелгә әҙерлек барышы ҡаралды, ҡануниәттәге яңылыҡтар аңлатылды. Март аҙағына тиклем ошондай уҡ сараны Балаҡатай, Инйәр һәм Ҡариҙел урман хужалыҡтарында уҙғарыу ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина