Ай дауамында барлыҡ мосолмандар көндөҙ ашау-эсеүҙән тыйылып торорға тейеш. Әммә был ғибәҙәт ас йөрөүҙе генә аңлатмай. Рамаҙан күңелдәрҙе сафландырған ай. Мөьминдәр изге эштәр ҡылырға, мохтаждарға күберәк ярҙам ҡулы һуҙырға ла бурыслы. Бөгөн шулай уҡ Рамаҙан айының төп шарттарының береһе тәүге тәрәүих намаҙы үтә.
«Башҡортостан сәскәләре» биҫтәһенең «Шөкран» мәсете эргәһендә тағы ла бер күләмле төҙөлөш тамамланыу алдында. Эске биҙәкләү эштәре менән бергә, электр үткәреү, йыһазландырыу мәсьәләләре лә хәл ителә. ҡарала. Дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе атҡарыу өсөн тәғәйенләнгән бинала Рамаҙан айында сәхәр һәм ифтар үткәреү мөмкинлеге лә буласаҡ.
Тәүге тәрәүих намаҙы бөгөн ҡояш байыу менән бөтә мәсеттәрҙә лә үтә. Быйыл ураҙа 20 апрелгә тиклем дауам итә. Ай дауамында иман йорттарында хәйриә сараларынан тыш. дини белем биреү ҙә ойошторола.
Башҡортостанда төрлө конфессиялар вәкилдәре үҙ-ара татыу ғүмер итә. Берлектә уҙғарылған дини саралар шулай уҡ милләт һәм конфессия-ара дуҫлыҡты нығытыуға ыңғай йоғонто яһай.
Рамаҙан-шәриф уңайынан Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин мосолмандарға мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Баш мөфтөй билдәләүенсә, күптәр был айҙы ураҙа тотоуға ҡайтып ҡала тип кенә аңлай. Әммә кешеләр, көндөҙ ашауҙан баш тартыуҙан тыш, бик күп башҡа изгелектәр ҙә ҡылырға тейеш. Сөнки Рамаҙан айы - мосолманға хаҡ юлда нығыныу һәм ялғанын ҡалдырыу, тормошона үҙенсә баһа биреү һәм белмәгәндәрен өйрәнеү өсөн иң ҡулай осор булып тора, тине Тәлғәт Сафа улы.
Әйткәндәй, Башҡортостан быйыл да илдең баш ҡалаһында үтәсәк «Рамаҙан сатыры» мәҙәни-хәйриә проектынан ситтә ҡалмаясаҡ. Төрлө илдәрҙең мосолмандарын бергә йыйған ифтарҙа республика вәкилдәре ҡунаҡсыл халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы, йолалары менән таныштырасаҡ. Өфөлә республика кимәлендә ифтар мәжлесе ойошторолоуы көтөлә.
Азат Ғәлиуллин