«Башсельхозтехника» яңыртылған ялан техникаһын тәҡдим итә

Бөгөн машина мөмкинлектәре менән агросәнәғәт комплексы вәкилдәре һәм фермерҙары танышты. Сараға Санкт-Петербург, Брянск заводы белгестәре лә килгән. Ҡатнашыусылар иғтибарына тиҫтәнән ашыу техника өлгөһө күрһәтелде.

Дөрөҫ файҙаланғанда 15 мең сәғәткә тиклем хеҙмәт итәсәк. Етештереүселәр әйтеүенсә, был ун йылға тиклем ваҡыт. Петербург трактор заводы вәкилдәре үҙ техникаһының сифатына ышана һәм өс йылға гарантия бирә.

Кировец тракторы күргәҙмәнең даими экспонаты. Машинаны етештереүселәр ҙә унда тулыһынса бушлай ҡатнаша. Башсельхозтехника майҙаны барлыҡ ауыл хужалығы техникаһын бер урында күреү мөмкинлеге. Һәр минуты ҡәҙерле булған аграрийҙар өсөн был уңайлыҡтар мөһим.

Йыл да күргәҙмәгә ҡуйылған техника һаны арта. Быйыл төрөк һабанынан алып Белореттың ауырлыҡ үлсәү ҡорамалдарына тиклем ҡуйылғайны. Резиденттар яңыртылған техника өлгөләрен дә күрһәтте.

Эшселәр һәм йүнселдәр өсөн уңайлы шарттар. Техника яңыртыу өсөн фермерҙарға агролизинг тәҡдим ителә.

Башҡортостан фермерҙары ташламалы программала әүҙем ҡатнаша. Быйыл ғына йөҙ берәмек техника һатып алынған. Йәмғеһе республикаға 11 миллиард һумға 3700 ауыл хужалығы машиналары килтерелгән.