Краснокама районы башлығы Рөстәм Мусин үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдыра

Был турала ул социаль селтәрҙә яҙҙы. Рөстәм Мусинға 57 йәш, ул сығышы менән Мишкәнән. 2015-2019 йылдарҙа тыуған районын етәкләй, аҙаҡ Краснокамала эшләй. Район советы ултырышында Рөстәм Мусиндың отставкаһы ҡабул ителде һәм хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Алексей Горбачев тәғәйенләнде.