Денис Ирназаров хакимиәт башлығы вазифаһын башҡара. Ҡала советы ултырышында уның кандидатураһы раҫланды. 33 йәшлек Денис Ирназаров сығышы менән Сибайҙан. 2019 йылдан Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булды. Быға тиклем Ағиҙел ҡалаһын етәкләгән Фәнис Ғилванов үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы.