Башҡортостандың Мәскәүҙәге тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле Абрар Ярлыҡапов «Салауат Юлаев» ордены менән бүләкләнде. Награданы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов менән Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова тапшырҙы. Орден тапшырыу тантанаһы 1919 йылдың 23 мартында Башҡорт автономияһы иғлан ителгән көнгә тура килде.