Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә исем туйы. Илебеҙҙең баш ҡалаһында «Ағиҙелдән» 100 хикәйә» тип аталған ике томлыҡ китаптың презентацияһы үтте.
Бер быуатлыҡ тарихы булған журнал коллективы Мәскәү уҡыусыларына иң яҡшы әҫәрҙәр тупланмаһынан торған 2 китап тәҡдим итте. Был хикәйәләр барыһы ла 100 йыл эсендә «Ағиҙел» журналында донъя күреп килгән. Ике томлыҡ китап «Аҡмулла арбаһы» проекты сиктәрендә Башҡортостан Башлығы грантына нәшер ителгән.
Сарала Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илдар Бикбаев, Мәскәүҙә йәшәгән зыялы яҡташтарыбыҙ был баҫманы ҡыҙыҡһынып уҡыясаҡ, тип белдерҙе. Осрашыуҙа Рәсәй яҙыусылар союзының милли әҙәбиәттәр буйынса советы рәйесе Валерий Латынин да сығыш яһаны. Ул башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары тураһында хәбәрҙар булыуын билдәләне. Артабан милли әҙәбиәт өсөн яуаллы шәхес: «Бөгөнгө йылы осрашыуҙан һуң башҡорттарҙы бай әҙәбиәтле халыҡ булараҡ та юғары баһалайым, «Ағиҙел» кеүек бер быуатлыҡ тарихы булған журнал ҙур ихтирамға лайыҡ.» тип белдерҙе.
Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, күренекле скульптор Салауат Щербаков иһә «Ағиҙел» әҙәби-нәфис журналының 100 йыллыҡ зшмәкәрлеген баһалап, баҫмала үҙенсәлекле әҙәби-поэтик традицияларға нигеҙ һалыныуын иғтибарға алды. Биш быуын уҡыусыларын тәрбиәләгән, рухландырған, илһамландырған, ата-бабалар тарихы һәм замандаштар булмышына тоғро журнал халыҡ һәм тел һағында ҡала.
Гүзәл Борханова