Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Акашариф Джураев исемендәге Тажикстан филармонияһы милли оркестры менән берлектә концерт уҙҙы. Башҡортостан милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры тажик көйҙәрен башҡарҙы. Тажикстан артистары сығыш яһаны. Мәҙәни проект былтыр декабрҙә төҙөлгән килешеү нигеҙендә булдырылған. Көҙ беҙҙең коллектив та Дүшәнбе ҡалаһында сығыш яһар тип көтөлә.