Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү буйынса күнекмәләр башланды

Ошондай сара Бәләбәй районында ойошторолдо. Бындай күнекмәләр техника, белгестәр әҙерлеген тикшереү өсөн кәрәк. “Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белергә тейеш”, - ти Урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Киләһе зона күнекмәләрен Балаҡатай, Инйәр һәм Ҡариҙел урман хужалыҡтарында уҙғарыу ҡарала.