Сочиҙа Бөтә Рәсәй ярыштары тамамланды. Унда Башҡортостандан биш бала ҡатнашты. Республика инженер лицей-интернатынан 10-сы класс уҡыусыһы Вадим Харисов еңеүсе булды. Ул Рәсәй йыйылма командаһына алынды. Химия буйынса халыҡ ара Олимпиада быйыл яҙ уҙғарыла. Унда 30 илдән командалар ҡатнаша.