Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай ҡарар яҙғы осорҙа юлдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәк. Рөхсәт ителгәндән ауырыраҡ йөк өсөн аҡса түләргә тейеш булалар. Был сумма юлдарҙы ремонтлауға йүнәлтелә. Ҡабул ителгән норманы боҙған йөк машиналары штраф туҡталҡаһына оҙатыла. Сикләү бер ай ғәмәлдә була.