Ул Башҡортостан стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге базаһында асыла. Яңы лабораторияның мөмкинлектәре менән бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров, Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Антон Шалаев танышты. Улар үҙәктең башҡа лабораторияларында ла булды. Эш сәфәре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Кешенең сәләмәтлеге туҡланған аҙыҡ-түлеккә генә түгел, өҫ кейеме сифатына ла бәйле. Ә кейем һаулыҡҡа зыян килтермәһен өсөн , тегеү өсөн ҡулланылған материалдар талаптарға яуап бирергә тейеш. Заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған лаборатория ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде.
Башҡортостанда еңел сәнәғәтте үҫтереүгә етди иғтибар бирелә, дәүләт программалары ҡабул ителә, субсидия бүленә. Тармаҡ үҫеше етештереүселәр өсөн өҫтәмә шарттар тыуҙырыуҙы ла талап итә. Әлегә тиклем предприятиелар сеймал сифатын тикшереү өсөн сит ҡалаларға йөрөһә, хәҙер лаборатория Өфөлә асыла. Был бигерәк тә балалар кейеме хаҡында һүҙ барғанда мөһим. .
Радий Хәбиров менән Антон Шалаев лабораторияның мөмкинлектәрен юғары баһаланы, үҙәктең башҡа бүлектәрендә лә булды. Башҡортостан стандартлаштырыу һәм метрология үҙәгендә тиҫтәгә яҡын тикшереү, һынау лабораторияһы эшләй. Һәр береһенең эшмәкәрлегенә халыҡтың именлеге, хәүефһеҙлеге, йәшәү сифаты бәйле.
Ә был лабораторияла монометерҙар тикшерелә. Тап ошо приборҙарҙың төҙөклөгөнә ҡеүәтле предприятиеларҙың да, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең дә хәүефһеҙлеге бәйле. Монометрҙар теге йәки был ҡоролмалағы баҫымды күрһәтә. Уның боҙолоуы, күрһәткесте яңылыш сағылдырыуы аварияға килтереүе ихтимал.
Бында үлсәү, иҫәпләү, тикшереү приборҙарының төҙөклөгө, нормаға тап килеүе асыҡлана. Мәҫәлән, һәр кем аҙыҡ-түлек магазинындағы йәки дауаханалағы үлсәүҙең дөрөҫ күрһәтеүен теләй. Уларҙың теүәл эшмәкәрлеген тап ошо лаборатория тәьмин итә. Ә был хеҙмәткәрҙәрҙе беҙҙең именлек һағында тора тип әйтергә була. Улар предприятиеларҙа йәки йорттарҙа газ тикшереү приборҙарының төҙөклөгөн тикшерә.
Төрлө завод-ойошмаларҙағы, өйҙәрҙәге һыу, газ иҫәпләү приборҙарынң төҙөклөгөн дә үҙәк хеҙмәткәрҙәре асыҡлай. Улар лаборатор һынауҙар аша ҡоролмаларҙың нормаларға тап килеүен билдәләй, етешһеҙлектәр булғанда ремонтларға йәки яңыға алмаштырырға тәҡдим итә.
Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәгенең эшмәкәрлеге ябай күҙгә артыҡ салынмай, әммә тап ошо ойошма хеҙмәткәрҙәре сифатлы, ғәҙел, хәүефһеҙ йәшәйеш һағында тора. Улар бөтә иҫәпләү, үлсәү ҡоролмаларындағы күрһәткестәрҙең теүәл булыуын тәьмин итә.
Рәмзиә Кәримова