Башҡортостан ғалимдары нефть менән бысранған тупраҡты таҙартыу технологияһын өйрәнә

Өфө фән һәм технологиялар университетының биология факультеты белгестәре нефть менән бысранған тупраҡты таҙартыу технологияһын өйрәнә. Проект Рәсәй фән фонды тарафынан хуплау тапҡан. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Зөһрә Хәлилова Өфө фән һәм технологиялар университетының өсөнсө курс студенты. Диплом эшен ул лаборатор тикшереүҙәр нигеҙендә алып бара. Фәнни эштә көнбағыштың нефть менән бысранған ерҙә үҫтереү мөмкинлектәре һынала.

Ошо маҡсатта эш дүрт төр өлгөлә алып барыла. Өйрәнеү нигеҙе итеп майлы культура һайланған. Тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса көнбағыштың нефть ферменттарына ҡаршы тора алғанлығы асыҡлана. Тамыр системаһының оҙонлоғо һәм ныҡлығы нефттән таҙартыуға булышлыҡ итә.

Ике эш буйынса ла кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Бөгөн күҙәтеүҙәр майлы культура тирәләй алып барыла. Көнбағыш нефть ҡалдыҡтары менән бысранған тупраҡтан ауыр металдарҙы сығарыуға булышлыҡ итә. Дүрт йылдан һуң, ерҙе азот менән байытыу өсөн ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеү күҙаллана.

Был өлгө аша беҙ сәселгән культураның формалашыуын күрә алабыҙ. Үҫентеһенән бигерәк, тамыр төҙөлөшөнә иғтибар итергә кәрәк. Нефть менән бысранған тупраҡты беҙ препарат ярҙамында һынап ҡараныҡ. Һөҙөмтәле тип әйтергә була.

Рәшит Фәрхетдинов, биохимия һәм биотехнологиялар кафедраһы профессоры

Ошо рәүешле Өфө фән һәм технологиялар университеты белгестәре студенттар менән бергә ауыл хужалығы ерҙәрен ҡулайлаштырырға мөмкинлек бирә. Техника менән эш итеүҙән айырмалы, биологик алымды белгестәр отошлораҡ тип таба. Ул экология буйынса ла, иҡтисади йәһәттән дә сарыф ителмәй. Өфө фән һәм технологиялар университетының йәш ғалимдары таҙартыуҙы үҫемлек менән эш итеү яҡлы.

Азат Ғәлиуллин