Был сумма уҙған йыл менән сағыштырғанда, 3 тапҡыр күберәк һандарҙы тәшкил итә. Федераль бюджет ярҙамы төбәккә пилот проект сиктәрендә бүленде. Балалар экскурсияһы төбәктә уңышлы ойошторолғандан һуң республикала «Мәктәп туризмы»н йүнәләшен киңәйтеү көтөлә, финанслауға ла күберәк сумма йәлеп ителәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Насар ишеткән, ишетеү һәләтен юғалтҡан малай-ҡыҙҙар сәйәхәт тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Класстары менән республиканың иҫтәлекле урындарына барып ҡайтыу балалар өсөн һирәк күренеш, шуға ла былтыр ойошторолған экскурсия уларҙың хәтерендә оҙаҡ йылдарға һаҡланып ҡалыр ваҡиға. Малай-ҡыҙҙарҙың артабан сәйәхәт итергә теләктәре ҙур, хәйер, хозур тәбиғәтле Башҡортостанда ял итеү өсөн матур ерҙәр етерлек.
Балаларҙы ҙур төркөм менән экскурсияға алып сығыу өсөн байтаҡ ойоштороу мәсьәләләре хәл ителергә тейеш. Туҡланыу, трансфер, йәшәү урындарын әҙерләү, файҙалы һәм күңелле ял программаһын тәҡдим итеү һәм башҡа һорауҙар. Мәктәп экскурсияһын ойошторорға мөмкинлектәр булғанда ғына проект үҙ маҡсатына ирешә.
Былтыр «Мәктәп туризмы» федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостанда балалар өсөн экскурсиялар ойоштороу өсөн 55 млн һум аҡса бүленгән. Республика пилот проектты тормошҡа ашырыу буйынса алдынғы 3 төбәк исемлегендә һанала, шуға ла федераль бюджеттан ярҙам саралары арттырылып сумма 188 миллионға тиклем еткерелә.
Башҡортостанда «Мәктәп туризмы» проектына ярашлы быйыл 37 мең балаға бушлай экускурсия ойоштороласаҡ. Тыуған яҡ тарихы менән танышыу, сәйәхәт итеү, аралашып ыңғай тәьҫораттар туплауға йүнәлтелгән программаның географияһы киңәйеп, мәҙәни ял программаһы тарихи- патриотик саралар менән байытылыр тип көтөлә.
Флорида Ким