Өфөлә Рөстәм Ғүмәр улы Кузеевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында күренекле ғалим, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рөстәм Ғүмәр улы Кузеевтың тыуыуына - 100 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Фекер алышыуҙа ғалимдың аспиранттары, коллегалары ҡатнашты.

Рөстәм Кузеев 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 25 монография авторы. Уҡыу йортонда 12 йыл дауамында ректорлыҡ вазифаһын башҡарған. Ул эшләгән осорҙа студенттар өсөн 5 дөйөм ятаҡ, 2 яңы уҡыу корпусы һалынған. Аҡмулла университетының тарих факультетында Рөстәм Ғүмәр улының педагогик эшмәкәрлеге, ғилми хеҙмәттәре, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үткән юлы, яҙмышының сағыу миҙгелдәренә арналған стенд асылды. Киләсәктә тарих факультетында аспиранттар һәм магистрҙарға Рөстәм Кузеев исемендәге стипендия тапшырыу күҙаллана.