Һәләтле балаларҙы асыҡлау, мәктәп түңәрәктәрен үҫтереү маҡсатында ойошторолған сараны баш ҡаланың «Нур» татар дәүләт театры ҡабул итте. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Сәхнәгә сығыр алдынан генераль репетиция. Өфөнөң «Рәми» театр студияһы фестивалгә Рәсимә Ураҡсинаның «Бүре башы - ун ике» әҫәрен алып килгән. Сюжет нигеҙенә хужа ихатаһынан ҡыуып сығарылған һәм ун ике бүрегә юлыҡҡан кәзә менән һарыҡ мажаралары һалынған. Спектаклдә ҡатнашыусы уҡыусылар билдәләүенсә, фестивалгә әҙерләнеү етди барған, костюмдар тегелгән, бейеүҙәр ҡуйылған.
«Мәктәп авансценаһы» Беренсе республика фестиваль-конкурсының һайлап алыу этабы февралдә үткәйне. Унда 143 мәктәп театрынан ике меңгә яҡын уҡыусы ҡатнашҡан. «Мәктәп театры» Бөтә Рәсәй программаһы сиктәрендә «Минең роль» һәм «Мин режиссер» исемле онлайн-проекттар ойошторолған.
Мәктәп ижадсыларын туплаған фестивалдә Өфө, Нефтекама, Межгорье, Октябрьский ҡалалары, Илеш, Иглин һәм Федоровка райондары коллективтары ҡатнашты. Көн дауамында театр сәхнәһендә спектаклдәр күрһәтелде, төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Әлфинә Килдейәрова