Һуңғы йылдарҙа республикала кейем тегеү предприятиелары арта, үҫешә. Лаборатория етештерелгән продукцияның сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Әлеге тиклем еңел сәнәғәт предприятиелары вәкилдәренә тауар сифатын тикшертеү өсөн Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларына йөрөргә тура килгән. Был берҙән ваҡытты ала, икенсенән сығымдарҙы арттыра.
Ә бәхәсле мәлдәр килеп сыҡҡанда етештереүселәргә бер нисә тапыр йөрөргә тура килә. «Мадиарт» компаниялары төркөмөнә ҡараған «Фемина» йәмғиәте директоры Игорь Черненко, был лаборатория еңел сәнәғәт өлкәһендә эшләүселәр өсөн ҙур бүләк тигән фекерҙә.