Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Росстандарт агентлығы етәксеһе Антон Шалаев Өфөлә Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Лаборатория 80 миллион һумға заманса ҡорамалдар менән йыһазландарылған. Ул Волга буйы төбәктәре араһында беренсе ошондай һынау үҙәге булды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, еңел сәнәғәт ойошмаларына кейем-һалым сифатын тикшереү өсөн башҡаса ситкә йөрөргә кәрәкмәй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАмран Моратшин исемендәге Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгендә Радий Хәбиров үҙенсәлекле ҡоролмала ҡултамғаһының ауырлығын үлсәп ҡараны. Ул 0,00042 грамм тарта.