2021 йылдан етен орлоғо продукцияһына ихтыяж артҡан. Был турала Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов "Агрокомплекс" форумында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, уҙған йылда республика агросәнәғәт предприятиелары сит илдәргә 290 миллион долларға 400 мең тоннанан ашыу продукция һатҡан. -Яңы баҙарҙар табырға, етештереүҙе арттырырға тырышабыҙ, - тине министр.