1 апрелдән «Алға» социаль транспорт картаһы буйынса пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу тәртибе үҙгәрә

Яңылыҡ Берҙәм социаль юл йөрөү билетын ҡулланған айырым категория граждандарға ғына ҡағыла. Быға тиклем льготалы граждандар категорияһы өсөн ай дауамында транспортта йөрөү сикләнмәһә, үҙгәрештәргә ярашлы, апрелдән юл йөрөү айына 90-ға тиклем ҡыҫҡартыла. Был үҙгәреш мутлашыусылар эшмәкәрлеген сикләү өсөн индерелгән.

Транспорт картаһы айына 600 һумға тулыландырылыуын иҫәпкә алғанда, транспортта бер тапҡыр йөрөүҙең уртаса хаҡы 6 һум ярымға төшә. Бынан тыш, маршруттар исемлеге киңәйә, карта менән ҡайһы бер шәхси пассажирҙар ташыусы ойошмаларҙа ла иҫәпләшергә мөмкинлек буласаҡ. Ябай «Алға» транспорт картаһын шул уҡ шарттарға ҡулланырға мөмкин.

«Алға» транспорт картаһы буйынса бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ, күмпе аҡса һалғанһығыҙ, шул тиклем йөрөргә мөмкин. Социаль картаға килгәндә, Берҙәм социаль юл йөрөү билетын ҡулланған айырым категория граждандарына ғына сикләүҙәр индерелде. Юл хаҡы башҡа төбәктәр менән сағыштырмаса түбән, ул 2017 йылдан бирле индексацияланмаған.

Руслан Ғарипов, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары