Бөгөн Милли музейҙа «Башҡортостан төйәге» фәнни-ғәмәли журналының исем туйы үтте

Баҫма 90-сы йылдарҙа сыҡҡан журналдың дауамы булараҡ тергеҙелгән. Ете һаны донъя күргәндән һуң ул үҙгәртеп ҡороу йылдарынан һуң сығарылмаған. Баҫмала материалдар башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә. «Башҡортостан төйәге»нең йылына өс һаны сыға. Журнал йөкмәткеһе республика музейҙары эшмәкәрлеген сағылдыра. Тарихи, мәҙәни мираҫ темаһынан тыш «Тыуған яҡты өйрәнеү», «Ил һағында» кеүек рубрикалар алып барыла.