Башҡортостанда үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумына кире иҫәп бирелде

Абруйлы сара 26-28 июндә Өфөлә уҙа. Салауат Юлаев һәйкәле янында ваҡытты иҫәпләгән символик стела урынлаштырыла. Форумға бәйле “Ватан” этнопаркында флешмоб ойошторолдо. Унда 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Төҫлө кейемдәрҙә һәм зонтиктарҙа егеттәр һәм ҡыҙҙар буласаҡ сара атамаһы яҙмаһын күрһәтеп теҙелеп баҫты. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы 10-сы тапҡыр ойошторола.