Ул "Олеокемикс" предприятиеһын ҡараны. Был ойошма уҙған йылдың октябренән тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бындай рапстан май етештерелә. Уҙған йылда 2 мең 735 тонна рапс эшкәртелгән. Республика Башлығы компания етәкселәрен Инвестиция сәғәтендә ҡатнашырға саҡырҙы, унда предприятиены артабан үҫтереү мөмкинлеге ҡараласаҡ.