«Башнефть» 90-сы йылдарҙа юғалтылған хеҙмәт наградаларын тергеҙҙе

«Ленин ордены» менән «Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ» ордены төп нөсхәһенең һандары менән ҡойолған. Ордендар Дәүләт билдәһе Рәсәй архивы документтарына нигеҙләнеп тергеҙелгән.

Награда материалдары «Башнефть» 2017 йылда «Роснефть» составына ингәс ҡуҙғатылған. Ленин ордены менән башҡорт нефтселәре 1966 йылда ҡара алтын ятҡылыҡтарын табыуҙағы уңыштары һәм яңы техника ҡулланыуы өсөн, ә «Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ» ордены менән 1982 йылда нефть сәнәғәтен үҫтереү, ҙур техник- иҡтисади күрһәткестәргә ирешеүе, социалистик бурыстарын үтәү өсөн бүләкләнгән.

Быйыл беҙ тарихи дөрөҫлөктө тергеҙә алдыҡ. «Ленин ордены» менән «Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ» орденының дубликаттары эшләнде. Был социаль йүнәлешле эш нефтсе ветерандар өсөн генә түгел, йәш быуын хеҙмәткәрҙәргә лә мөһим.

Русалина Ғәлиева, «Башнефть» ойошмаһы социаль проекттар бүлеге етәксеһе