Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә район һәм ҡала мәктәптәре араһында дрон-рейсинг буйынса асыҡ беренселек үтте. Ярышта барлығы 9 команда ҡатнашты. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Был көндө спорт майҙаны бал ҡорттарылай геү килде. Ҡаланың 1 се, 5-се һәм 3 һанлы, Йомаш, Урғаҙа, Темәс мәктәптәре, Йылайыр районы командалары, шулай уҡ йәш техниктар станцияһында шөғөлләнеүсе уҡыусылар квадрокоптерҙар менән идара итеүҙә ярышты. Улар төрлө һынауҙарҙы тиҙлеккә үтте.
Ҡала ла ғына түгел, ауыл мәктәптәрендә лә уҡыусылар замана технологияһы-квадрокоптерҙар менән иркен идара итә. «Үҫеш нөктәһе» мәғариф үҙәктәре эшмәкәрлеге Балаларға үҫешергә ярҙам итә. Йомаш мәктәбе уҡыусылары дрон-рейсинг буйынса ярыштарҙы йыл да уңышлы сығыш яһай. Быйыл да улар беренселеккә сыға.
Заманса ярыш йәш быуынды тапҡырлыҡ, уй-фекерләү ҡеүәһен үҫтереү йәһәтенән һынаны. Конкурс райондың төрлө мәктәптәренән йыйылған уҡыусылар өсөн был йүнәлештә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла булып торҙо. Ярыш һөҙөмтәләренә килгәндә,беренсе урынға Йомаш, икенсегә - ҡаланың 5-се һанлы һәм өсөнсө урынға- беренсе мәктәп уҡыусылары сыҡты.
Альбина Байегетова