Өфөнөң Колгуев урамы, атап әйткәндә, Пугачев урамынан Баҡы урамына тиклемге өлөшө ябыла. Ваҡытлыса сара һыуүткәргес һалыу менән бәйле. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Дим шоссеһы эргәһенән һыу торбаларын һалыу эше әле йәнләнгән мәле. Киров районынан Дим биҫтәһенә, артабан Затонға тиклем һалыныусы һыу үткәргес яңы күп ҡатлы йорттарҙа 4 миллион квадрат метрлыҡ торлаҡты һыу менән тәьмин итәсәк.
Быйыл төҙөүселәргә 20 саҡырым араға торбаларҙы баш ҡала юлдары, ике йылға аша һалырға тура килгән. 15 апрелдән август аҙағына тиклем Пугачев урамынан Баҡы урамына тиклем Колгуев урамының бер өлөшө ябыласаҡ. Водителдәргә альтернатив юлдар тәҡдим ителәсәк.
Һыу үткәргес «Торлаҡ» федераль проектының «Рәсәйҙә уңайлы торлаҡ» программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Ул 6 миллиард 800 миллион һум менән баһалана. Төҙөлөштә 60 кеше эшләй, йәй ваҡытында был һан ике тапҡырға арта. Эш 35 процентҡа башҡарылған. Күләмле объект 2024 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.
Рәмилә Исмәғилева