Башҡорт дәүләт аграр университетында ғалимдар, Рәсәй метрология, сифат белгестәре, умартасылар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Ҡортсолоҡ тармағын үҫтереү мәсәләләрен барлаған сара хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Башҡорт дәүләт аграр университеты ярты быуат дауамында ҡортсолоҡ тармағына кадрҙар әҙерләү, сифатлы бал етештереү мәсьәләләре буйынса алдынғы урындарҙы биләй.»Ҡортсолоҡто үҫтереүҙе норматив көйләү» тигән темаға түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар бал сифатын тикшереүҙе көйләү, бал тигән исем менән тиҫтәнән ашыу сауҙа маркалары менән түбән сифатлы тауар һатыуына сик ҡуйыу юлдарын барланы.
Башҡортостан умартасылары былтыр 7 мең тоннанан ашыу сифатлы тауар балы алған. Башҡорт балын күптәп экспортҡа оҙатыусылар иһә сифатлы бал етештереү закондар менән яҡланырға тейеш тигән ҡарашта.
Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда бал етештереүҙә лаборатор базаны нығытыу мәсьәләһе лә актуаль. Метрология һәм сифат белгестәре хеҙмәткәрҙәре сифатлы, ғәҙел, хәүефһеҙ йәшәйеш һағында тора. Бал етештереүҙә лә стандарттар булдырыу фальсификаттарҙы,контрафакт тауарҙарҙы сауҙала тыйыу мөмкилеген бирәсәк,ти федераль эксперттар.
Башҡортостанды Рәсәйҙең татлы төбәге тип юҡҡа ғына атамайҙар. Киләсәктә ҡортсолоҡ тармағы, бал етештереү йылдам темтар менән үҫешһен өсөн был өлкәлә стандартлаштырыуҙы тиҙләтеү бик актуаль.
Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр, ғалимдар, идарасылар бер төптән бал сифаты өсөн көрәш ҡануни яҡтан яҡланған булырға тейеш тигән фекергә килде. Бөгөнгө кәңәшмә һөҙөмтәләренән сығып тотош ил күләмендә яифатлы бал етештереү, фальсификаттарҙы тыйыу мәсьәләһе лә хәл ителәсәк тип куҙҙаллана.
Гүзәл Борханова