Өфөлә Тамара Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап Хәтер кисәһе уҙғарылды

Өфөлә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тамара Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап Хәтер кисәһе уҙғарылды. Сара сиктәрендә күренекле балеринаның тормош һәм ижад юлы яҡтыртылды, архив фотолары, видеояҙмалары күрһәтелде.

Өфө сәхнәһендә ул сирек быуатҡа яҡын бейей. Тамашасы күңелен «Баҡсаһарай фонтанындағы» Зарема образы аша яулай, иң яҡшы партияларының береһе була. Замандаштары билдәләүенсә, Тамара Шәһит ҡыҙы бейеүҙәрҙе юғары техника менән башҡарған. Асыҡ темпераменты, актерлыҡ һәләте, һомғол пластикаһы образдарҙы яңыса асырға ярҙам иткән.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләгәндә үк Тамара Хоҙайбирҙина Өфө сәнғәт училищеһы студенттарына дәрестәр бирә башлай. 1968 йылдан сәнғәт институтында уҡыта. Йәштәрҙе сәнғәткә ылыҡтырып, милли балетты үҫтереүгә тос өлөш индерә.