100 кешегә иҫәпләнгән үҙәк Шаран ауылында урынлашҡан. Физкультура-һауыҡтырыу комплексында 25 метрлыҡ бассейн, спорт залы, тренерҙар бүлмәһе, табип кабинеты, душ менән йыһазландырылған кейенеү бүлмәһе, һыу лабораторияһы бар.
Тиҙҙән үҙәк балаларҙы ҡабул итә башлай, урында көрәш, дзюдо, ауыр атлетика буйынса секциялар ойошторолған. Шулай уҡ волейбол, баскетбол һәм футбол һөйөүселәр өсөн дә үҙәк ишектәре асыҡ. Комплекста балалар ҙа, ололар ҙа шөғөлләнә ала, заманса комплекста физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә шарттар тыуҙырылған.