Асҡын районында рапс һәм иген культураларын эшкәртеү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ төбәктә ауыл хужалығы колледжын төҙөкләндереү ҙә тамамланған. Асҡындағы үҙгәрештәр менән бөгөн Башҡортостан Башлығы ла танышты. Радий Хәбиров райондың социаль объекттарында ла булды. Эш сәфәренән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Район үҙәгендә буш ятҡан майҙанда ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә рапс һәм иген культураларын эшкәртеү буйынса комплекс ҡалҡып сыҡҡан. Ҡоролмалар 15 мең тонна орлоҡ эшкәртеүгә иҫәпләнгән, әммә ул әле тулы ҡеүәтенә эшләмәй. Былтырғы уңыштан мең тонна рапс майы һығылған, продукция химия сәнәғәтендә ҡулланыуға оҙатыла. Ә бына төпрәне малсылыҡ хужалыҡтары ҙур теләк менән ала. Хужалар әйтеүенсә, продукцияның сифаты етди контролдә тотола.
«Олеокемикс» йәмғиәте был проекттың тәүге этабына 340 миллион һум аҡса һалған. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1 миллиард һумдан артыр тип күҙаллана.Ҡоролмаға һәм техникаға тотонолған сығымдарҙың 34 миллион һумы дәүләт программаһы сиктәрендә кире ҡайтарылған. Хужалар киләсәктә яңы келәт, иген киптереү цехын сафҡа индереү, һөт фермаһын төҙөүгә инвестор табыу хыялы менән яна. Республика башлығы йүнселдәрҙең ниәтен хупланы, ярҙам мөмкинлектәре ҡараласаҡ тине, инвестиция сәғәтенә саҡырҙы.
Аграр тармаҡтың үҫеше кадрҙарға ихтыяжды ла арттыра. Асҡындағы ауыл хужалығы колледжы әле яңы һулыш кисерә. Бында ошо төбәктән 400-ҙән ашыу студент укый. Йәш белгестәр 5 йүнәлеш буйынса әҙерләнә. Укыу йорто аграр тармаҡ өсөн механизаторҙар, электриктар, ашнаҡсылар әҙерләй. Әле бында ремонт эштәре тамамланған.
Һөнәрселек колледжын төҙөкләндереүгә 60 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Был суммаға дүрт корпусты төҙөкләндереү ҙә, инженер селтәрҙәрен яңыртыу ҙа ингән.
Уҙған быуат уртаһында төҙөлгән биналарҙы танырлыҡ та түгел, уҡыу корпустары, ятаҡ менән ашхана тулыһынса яңыртылған. Хәҙер инде уҡыу йортон заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыу талап ителә, әле бында боронғо моделдәр тора. Шулай уҡ биләмәне тәртипкә килтереү мотлаҡ. Сөнки төҙөлөш эштәре ваҡытында бында ауыр йөк автомобилдәре эшләгән һәм ихатаның аҫты өҫкә әйләнгән.
Республика башлығы уҡыу кабинеттарын, ятаҡты ҡарап сыҡты, уҡытыусылар менән аралашты. Радий Хәбиров ашхананы йыһазландырыуға 20 миллион һум бүлергә ҡушты, биләмә лә киләһе уҡыу йылына тәртипкә килтерелә.
Быйыл Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында ла белем усағы төҙөлә башлай. Тарихы 15-се быуат башына барып тоташҡан ауылдағы мәктәп заман талаптарына яуап бирмәй. Мәғариф учреждениеһында әле йөҙҙән ашыу уҡыусы белем ала.
Республика башлығы яңы белем усағының проектын ҡараны, ул 120 урынға иҫәпләнгән һәм балалар баҡсаһын да үҙ эсенә ала. Радий Хәбиров объектты быйыл апрелдә төҙөй башларға һәм киләһе йылға файҙаланыуға тапшырырға ҡушты.
Ҡубыяҙҙар урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса көнкүрештә ҡулланыу өсөн Беларус та алған. Ошо техниканы һәм мәктәп автобусын ҡуйыу өсөн ихатала гараж төҙөү мөмкинлеге лә ҡараласаҡ.
Рәмзиә Кәримова