Асҡын районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Илшат Сәмиевтың ғаиләһе менән осрашты.
Башҡортостан Башлығы батырҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм республика үҙенең герой-яугиры хаҡында бер ҡасан да онотмаясағын билдәләне. «Балаларығыҙҙы тәрбиәләүҙә лә ярҙам итәсәкбеҙ, Асҡын районы хакимиәте башлығына Илшат Сәмиевтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә, шулай уҡ Илшат Фәнғәт улының ҡатынын эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итеүҙе һорайым», - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе геройҙың ҡатынына Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Әсәһенә Республика кардиология үҙәгендә дауаланыу һәм реабилитация курсын үтергә тәҡдим итте. Рузалия Фидай ҡыҙы Башҡортостан башлығына ауыр осорҙа уларға ярҙам иткәне һәм һәләк булыусылар хаҡында шәхси хәстәрлек күргәне өсөн рәхмәт әйтте.
Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров һәләк булған башҡа хәрбиҙәрҙең дә ғаиләләре менән осрашты. Ул район мәҙәниәт һарайында үтте. Аралашыу барышында төбәк башлығы геройҙарҙың туғандарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәр яҡлап ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.