Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы Өфөнөң 39-сы гимназияһында эшләй. Математика уҡытыусыһы Артем Баянов республика кимәлендә уҙғарылған һөнәри конкурста еңеп сығып Башҡортостан данын ил кимәлендә яҡлаясаҡ. Бөгөн шулай уҡ иң яҡшы башҡорт, рус, татар телдәре һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла билдәләнде. Рәсәйҙә иғлан ителгән уҡытыусы һәм остаз йылында конкурсҡа яңы номинациялар ҙа өҫтәлде. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.
Йыл уҡытыусы конкурсының йомғаҡлау тантанаһын сара тип әйтеү дөрөҫ тә түгел. Мөғәлимдәр ябай ғына саранан да байрам яһай белә. Сираттағы һөнәри конкурс та ҡабатланмаҫ, әммә ҡабатларға ҙур теләк ҡалдырған байрамға әйләнде. Бигерәк тә еңеүселәр өсөн ул иҫтәлекле көн. Йылдың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исемен яулаған Гүзәл Ғайсина әйтеүенсә, бынан һуң ул бөтөнләй икенсе педагог. уның һөнәри эшмәкәрлеге лә ҡырҡа үҙгәрәсәк.
Хәйер, конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Ни тиһәң дә конкурс көслөлөрҙе асыҡлау ғына түгел, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге.Һәм белем биреү алымдары ла бынан ары һис шикһеҙ үҙгәрәсәк, ти улар.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы төбәк-ара конкурсы финалында республиканан тыш Ҡурған, Силәбе өлкәләре, Югранан 61 белгес көс һынашты. Күрше төбәктәрҙән килгән мөғәллимдәр өсөн һөнәри бәйге баһалап бөткөһөҙ тәжрибә һәм ижади этәргес тә.
Йыл уҡытыусыһы конкурсында иһә 150 белгес ҡатнашҡан. Бөгөн улар араһынан рус, татар телдәре һәм әҙәбиәте, иң яҡшы йәш уҡытыусы номинацияларында еңеүселәр билдәләнде. Абсолют еңеүсе тип Өфөнөң 39-сы гимназияһында математика уҡытыусы Артем Баянов иғлан ителде.
Һәләтле һәм алдынға ҡарашлы уҡытыусыларҙы асыҡлау конкурсы үткән йылда яңы номинациялар менән дә байытылған. Был үҙгәрештәрҙе заман , йәшәү шарттары үҙе талап итә.
Оҙайлы һәм көсөргәнешле конкурстан һуң уҡытыусылар ниһайәт, тыныслана ала. Ә бына Йыл уҡытыусыһы Артем Баяновҡа иртәрәк. Хәҙер ул көҙ көнө Мәскәү өлкәһендә үтәсәк Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы конкурсында Башҡортсотан данын яҡларға әҙерләнәсәк.
Айнур Кәбиров