Бәйгелә республиканың төрлө төбәктәренән һәм Ырымбур өлкәһенән 11 гүзәл зат ҡатнашты. Һынауҙың тәүге көнөндә килендәр жюри алдына милли кейемдә сыҡты, үҙҙәренең ғаиләһе, нәҫеле тураһында һөйләне. Һәр конкурсант музыкаль номер менән сығыш яһаны. Бәйгенең икенсе көнө милли аш-һыуға арналды, шулай уҡ йәш килендәр ҡул эштәренә оҫталығын күрһәтте.
Бәйләү, һауыт-һаба яһау, милли стилдә декоратив һәм сувенир атрибуттар эшләүгә оҫталағын күрһәтте. Конкурс шарттарына ярашлы, бәйгелә 35 йәшкә тиклем ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша, улар туған телен һәм ғөрөф- ғәҙәттәрен белергә тейеш. Бәйге ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, йәштәрҙә ныҡлы ғаилә булдырыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, әсә, ҡатын образын популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған.