Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры музейына Рудольф Нуриевтың сит илдәге сығыштары тураһында етмешенсе йылдарҙағы афиша күсермәләре тапшырылды. Тәүгеһе Бродвейҙағы шоу булһа, икенсеһе «Метрополитен-опера» сәхнәһендә Канада милли балеты гастролдәренә бәйле.
Ҡиммәтле экспонаттарҙы Мәскәүҙән билдәле режиссер, сценарийҙар авторы, креатив продюсер Әминә Жаман бүләк итте. Баш ҡала ҡунағы афишаларҙың төп нөсхәләрен 2010 йылда Нью-Йоркта һатып алған, әле улар уның өйөндә һаҡлана. Осрашыу сиктәрендә театрҙың «Рудольф Нуриев» музейы күренекле балетмейстер иҫтәлегенә төрлө илдәрҙә сығарылған почта маркалары менән дә байытылды.