Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы арта

Киләһе йылдан ул 18 ярым процентҡа күтәрелә. Был турала премьер-министр Михаил Мишустин белдерҙе. Минималь хеҙмәт хаҡы уҙған йылда 20 процентҡа күбәйгәйне. Бынан тыш, быйыл 1 февралдән Әсәлек капиталы индексацияланды. Ил президенты Владимир Путин белдереүенсә, халыҡтың реаль килеме артыуы инфляциянан ҙурыраҡ  булырға  тейеш.