200 трактор, 100-ҙән ашыу комбайн һәм башҡа төр техника килтереү планлаштырыла. Был турала ике республиканың хеҙмәттәшлеге буйынса ултырышта премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. - "Амкодор" компанияһы менән берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҙур аҙым яһаныҡ. Башҡортостанда завод төҙөлөшөн тамамлайбыҙ, -тине ул. Бынан тыш беҙҙең республикала Белоруссия аҙыҡ-түлек магазиндарын асыу, пилотһыҙ аппараттар етештереү, зубрҙар үрсетеү буйынса эш алып барыла.