Асҡын ауылында ауыл хужалығы колледжы бинаһы төҙөкләндерелә

Капиталь ремонт яңы уҡыу йылына тиклем тамамланырға  тейеш. Эштәр барышын Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡараны. - Беҙ Башҡортостанда колледждарҙы, ятаҡтарҙы тәртипкә килтерергә тырышабыҙ. Балалар тейешле шарттарҙа белем алырға тейеш. Шулай уҡ оҫтаханаларға иғтибар бар. Уларҙы заманса техника һәм ҡорамалдар менән йыһазландырабыҙ, - тине Радий Хәбиров.