Башҡортостанда Белоруссия көндәре уҙғарыла

 Был турала премьер-министр Андрей Назаров Беларусь  республикаһы хөкүмәте рәйесе Роман Головченко менән осрашыуҙан һуң белдерҙе. Белоруссия  көндәрен  Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы алдынан уҙғарыу тураһында килешелгән. Йыйын быйыл июнь аҙағында  уҙғарыла.