Республика Башлығы Асҡын районына эш сәфәре барышында, 2019-2021 йылдарҙа хакимиәт башлығы булып эшләгән, әммә ғүмере бик иртә өҙөлгән Ришат Дихиндың әсәһе менән осрашты. Ул Урмияҙ ауылында йәшәй.
Радий Хәбиров Розалиә Нәҡип ҡыҙының һаулығы, көнкүреш шарттары менән ҡыҙыҡһынды, Ришат Дихиндың ғаиләһенең хәлен һорашты. Розалиә Нәҡип ҡыҙы әйтеүенсә, олоғая килә сәләмәтлек ҡаҡшай, әммә район хакимиәте даими хәстәрлек күрә, күптән түгел генә «Танып» шифаханаһында ял иткән, һаулығын нығытҡан.
Ришаттың ғаиләһе Өфөлә йәшәй, ейәндәрем менән йыш осрашып булмай, әммә һәр күрешеү байрамға бәрәбәр, ти Розалиә ханым. Ул хәл белешергә ингәне һәм улын онотмағаны өсөн Республика башлығына оло рәхмәт белдерҙе. Яҡташтары ла Ришат Марат улын онотмай.
Ришат Дихин хакимиәт башлығы булып ике йыл ғына эшләп өлгөрә, әммә ошо арауыҡ эсендә лә ул үҙен халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, хәстәрлекле, кешелекле етәксе итеп танытып өлгөрә. Хакимиәт башлығы 34 йәшендә генә коронавирус инфекцияһы эҙемтәләренән вафат булды.