Бөгөн иртән Әбйәлил районы Рысҡужа ауылында урынлашҡан шәхси йортта газ-һауа ҡатнашмаһы шартлай

Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килгәндә ағас йорттоң стеналары емерелгән була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йортта өс кешенән торған ғаилә йәшәгән. Шартлау ваҡытында тән йәрәхәттәре алған 43 йәшлек ир менән 37 йәшлек ҡатын дауаханаға оҙатылған. Уларҙың балаһы өләсәһендә булған. Әле ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.