«Башкиравтодор» юлдағы соҡорҙарҙы ямауға 100 мең тонна ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһы сығарасаҡ

Предприятие ҡарамағында 35 завод иҫәпләнә, әле уларҙың икәүһе эшләй башланы. Ҡырмыҫҡалы районындағы комплекстың етештереү ҡеүәте менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Юлдар ҡарҙан әрселеү менән Ҡырмыҫҡалы районындағы асфальт-бетон заводы хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡыҙыу эш башлана. Соҡорҙарҙы ямау булһынмы, асфальт ҡатламын тулыһынса яңыртыумы - ҡайнар ҡатнашманы әҙерләп кенә өлгөр. Автоматлаштырылған система ярҙамында асфальтты әҙерләү технологияһы теүәл үтәлә. Сеймалға ҡытлыҡ юҡ.

Ҡайнар асфальт өлгөһө лаборатор шарттарҙа дәүләт стандарттарына ла тикшерелә. Бында уның составы, күләм үҙенсәлектәре, ныҡлығы билдәләнә. Нормативтарға тура килә икән, тимәк, сифатлы. Әйткәндәй, заводта йылына 40 мең тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештерелә, яҡынса өстән бер өлөшө юлдағы соҡорҙарҙы ямауға йүнәлтелә.

Быйыл «Башкиравтодор» йәмғиәте бер миллион тонна ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһы сығарырға планлаштырған. Әлегә Ҡырмыҫҡалы районы һәм Стәрлетамаҡ заводтары үҙ эшен башлаһа, 15 апрелгә тиклем тағы ла 25 предприятиела производствоны яйға һалыу ҡаралған.

Ҡырмыҫҡалы районында соҡорло участкалар кәмей башланы. Фреза менән юлдың иҫке ҡатламы ҡырып алынғандан һуң унда ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһы һалына. Йөк машиналары төҙөлөш материалын тура заводтан алып килә.

Ремонт тураһында барлык мәғлүмәт юл инфраструктураһына контроль һәм планлаштырыу автоматлаштырылған системаһына индерелә. Һәр соҡорҙоң идентификация номеры бар, ҡайҙа булыуы, үлсәмдәре лә билдәле. Юлсылар участкала эште тамамлағандан һуң һәр береһен төшөрөп программаға фото отчет ебәрә.

Әлегә «Башкиравтодор» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре республика юлдарында дүрт меңгә яҡын соҡор теркәгән, уларҙың яртыһы ямалған. Заводтар тулы ҡеүәткә эшләй башлау менән хәүефле участкалар ҡырҡа кәмер тип көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина