Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылында 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугирҙарына стенд асылды

Дивизия составында ауылдан 4 һалдат ҡатнашҡан. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереүгә яугирҙарҙың береһенең ейәне өлөш индергән. Хәтер таҡтаһын асыу тантанаһында тел һәм тарих белгестәре, һалдаттарҙың туғандары ҡатнашты.

Бөйөк Ватан һуғышы заманында яҙылған лирик юлдар бөгөн яңынан көнүҙәк яңғырай. «Дон балалары» бәйетендә хәл-ваҡиғалар ҡыҙылармеец Яҡупов исеменән тасуирлана. Уның авторы бөгөнгәсә билдәһеҙ була. Тел белгестәре тикшеренеүҙәренән һуң, илһөйәрлек менән тулған юлдарҙың авторы сығышы менән Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылынан кавалерист Дәүләтбай Яҡупов икәнлеге асыҡлана. Уның һәм тағы ла 3 башҡорт атлы дивизия яугирҙары исеме тыуған ауылында мәңгеләштерелде.

Ҡунаҡтар араһында Дәүләтбай Яҡуповтың ҡыҙы Роза Яҡупова ла бар. Өлкән йәштәге ханым күҙ йәштәрен тыя алмай. Атаһы һуғышҡа киткәндә, уға ике ай ғына була. Яугир ҙа Еңеү көнөнә тиклем йәшәмәй: бер аҙна ҡалды тигәндә, Креммен ҡалаһында һәләк була.

Исемлектә тағы ла 3 кавалеристың исеме теркәлгән. Кемдер Бөйөк Еңеү көнөнә тиклем йәшәй алмай, яу яланында ятып ҡала. Олаталарының батырлығы тураһындағы яҡты хәтерҙе бөгөн йәштәр һаҡлай. Яңы Мишәр мәктәбе уҡыусылары был темаға тикшеренеү эштәре алып барып, ҡиммәтле материал туплаған.

Яңы Мишәрҙәр илгә тыныслыҡ алып килеүсе яугирҙар тураһындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай. Көндән-көн яңы тарихи мәғлүмәт йыйылып, йәш быуынға тапшырыла. Осоусы, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповтың атайсалында патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленә. Әле партизан Гәрәй Хәкимов исемен тергеҙеү буйынса эш алып барыла.

Яңы Мишәр ере үҙен батырҙарса күрһәткән яугирҙары менән ғорурлана ала. Олаталарының тыныслыҡ өсөн көрәшеүен бөгөн ейәндәре махсус операция биләмәһендә дауам итә. Хәтер йәшәй икән, яугирҙар ҙа йәшәй.

Рәзилә Ғиниәтуллина