Яман шеш менән көрәштә алдынғы тәжрибәләрҙе өйрәнеп. Константин Хабенскийҙың Хәйриә фонды етәкселеге Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының Урология һәм онкология институты эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Мәскәү ҡунаҡтарын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ҙур ғилми белем биреү һәм дауалау үҙәге менән таныштырҙылар, молекуляр генетика өлкәһендәге ҡаҙаныштар барланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, институт былтыр ноябрҙә асылғайны. Ғилми тикшеренеүҙәр тәжрибәле табип-онкологтар, иммунологтар, биологтар һәм генетиктар тарафынан алып барыла.