Бынан тыш, сәхнә оҫтаһы ижади эшмәкәрлегенең 45 йыллығын билдәләй. Юбилей байрамы уның туған коллективы - Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙҙы.
«Баян телдәренең сере бар» тип исемләнгән тамашала төрлө халыҡ көйҙәре яңғыраны, концертта уның ижадташ дуҫтары ла сығыш яһаны. Кисәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов юбилярға төбәк башлығының ҡотлауын еткерҙе. Хәлит Фәтиховтың башҡорт эстрада сәнғәтендәге фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалап, юғары дәүләт наградаһы Салауат Юлаев ордены тапшырылды.
Хәлит Фәтихов республиканың алдынғы баянсы-аккомпаниаторҙарының береһе. Ул баян менән республиканың һәр ауыл-ҡалаһы сәхнәләрен генә түгел, Рәсәй, сит илдәр буйлап та гастролдәрҙә күп сығыш яһаған. Әммә ижадсы өсөн иң ҡәҙерлеһе тамашасы һөйөүе.