Өфөлә Федор Шаляпиндың тормошон һәм ижадын өйрәнеүсе белгес менән осрашыу үтте

Актриса һәм режиссер Әминә Жаман менән әңгәмә Республиканың милли музейында урынлашҡан «Шаляпин Өфөлә» күргәҙмәһе сиктәрендә уҙҙы. Ҡунаҡ опера йырсыһының сит илдәге ижади тормошо, уның билдәле артистар, режиссерҙар менән дуҫлығы тураһында һөйләне.

Бынан тыш, осрашыуҙа Әминә Жаман режиссерлығында сәхнәгә сығарылған «Шаляпин/О'Нил» спектакленән өҙөк курһәтелде. Ижадсы күренекле музыкант һәм драматургтың берлектәге ижади эшмәкәрлеген комедия жанрында тәҡдим иткән.

Рәсәй мәҙәниәтенең арҙаҡлы эшмәкәрҙәрен йәштәр белергә тейеш. Федор Шаляпин бөтә донъяға билдәле, хатта опера менән ҡыҙыҡһынмағандарға ла уның исеме таныш. Рәсәй йырсылары араһында тик уның ғына Голлувид даны аллеяһында йондоҙо бар. Был ысын мәғәнәһендә юғары мәҙәниәт.

Әминә Жаман, актриса, режиссер

Осрашыуҙа Федор Шаляпин тормошона арналған музейҙы ойошторорға теләүселәр ҙа бар ине. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөйөк йырсы иҫтәлегенә музей баш ҡаланың Свердлов урамында икенсе йылға асылырға тейеш. Әле бина һайланған, төҙөлөш эштәре оҙаҡламай башланырға тейеш. Әлегә музей коллекцияһына инәсәк экспонаттар менән күргәҙмәлә танышырға мөмкин. Әминә Жаман уны Шаляпин тураһында мәҡәләләр урын алған элекке сит ил гәзиттәре менән тулыландырҙы.

Беҙ аукциондарҙа Федор Шаляпинға ҡағылышлы уникаль әйберҙәр таптыҡ. Уларҙың күбеһе йырсының Өфөләге эшмәкәрлеген сағылдыра. Ошо йәһәттән беҙҙең музей үҙенсәлекле буласаҡ. Әйтәйек, уның ижади эшмәкәрлеге нәҡ беҙҙең баш ҡалала башланыуын дәлилләүсе документтар алдыҡ.

Елена Замрий, Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе рәйесе