Иглин районында Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, профессор Данис Тикеев иҫтәлегенә арналған волейбол ярышы үтте. Район үҙәгенең 4-се мәктәбе уның исемен йөрөтә. Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙы спорт сараһы ойоштороп иҫкә алыу ниәтен әҙиптең улы Марат Тикеев һәм мәктәп етәкселеге тәҡдим итә.
Турнирҙа Иглин мәктәптәренең биш үҫмерҙәр һәм ике өлкәндәр йыйылма командалары көс һынашты. Өлкән дәғүәселәр Иглин мәктәптәре уҡытыусыларынан тупланһа, ҡаршы яҡ баш ҡала журналистары. Телевидение хеҙмәткәрҙәре майҙан хужаларын еңеүгә өлгәште.