Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһын мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә, атап әйткәндә Архангел районы оҫтаһы Фәнисә Гольцоваға арнаны. «Фәнисә Фәрит ҡыҙы Орлов ауыл мәҙәниәт йортоноң биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубына етәкселек итә. 15 йылдан ашыу ул туҡыусылыҡ менән шөғөлләнә һәм быға урындағы балаларҙы ла өйрәтә.
Тормош иптәше Алексей Николаевич туҡыу өсөн станоктар эшләй һәм ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә. Фәнисә Фәрит ҡыҙы тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлауға, халыҡ ижадын популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Келәм туҡыуҙы тергеҙеү буйынса семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Уның эштәре Архангел районының ысын брендына әүерелә. Фәнисә Гольцованы һәм барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем», тип яҙған Башҡортостан Башлығы.