Ошо уңайҙан Башҡортостандың халыҡ артисы тамашасы иғтибарына репертуарының иң сағыу һәм яратып башҡарған партияларын тәҡдим итте. «Спартак», «Раймонда», «Ромео һәм Джульетта», «Сыңрау торна» балеты өҙөктәренән тыш, ижадташ дуҫтары менән бергә заманса хореографик номерҙар менән дә сығыш яһаны.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Леонора Ҡыуатова класын тамамлаған Гөлсинә Мәүлекәсова ижад юлын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башлай. Бөгөн ул театрҙың әйҙәүсе солисы. Балет сәнғәтенә индергән ҡаҙаныштары Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Халыҡ-ара конкурс-фестивалдәр дипломанты һәм призеры кеүек бик күп наградалар менән баһаланған.